05:56 (UTC+5), 19 Июня 2017

Июндәге һалҡын һауа торошо турҙарҙың ҡапыл ҡиммәтләнеүенә килтерҙе

travelingislanders.com сайтынан
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Июнь айындағы аномаль һыуыҡ һауа торошо турҙарҙың ҡапыл ҡиммәтләнеүенә килтерҙе, тип хәбәр итә OnlineTur.ru милли туристик агентлыҡтар селтәре.
Июндә самолетта осоу менән ял итеүгә хаҡтар алдан уҡ бронләргә тәҡдим иткән хаҡтар менән сағыштырғанда 1,5-2 тапҡырға артҡан. Белгестәр билдәләүенсә, һыуыҡ һауа торошо арҡаһында был айҙа ҡайһы бер турҙарға июндәге хаҡтар июль һәм авгусҡа ҡарағанда ла юғарыраҡ, бындай хәл алдан бер ҡасан да күҙәтелмәгән.
Яҙҙан алып һәм июндә Рәсәйҙең үҙәк төбәгендә быйыл һалҡын һәм ямғырлы һауа торошо һаҡлана. Быйылғы май XXI быуатта иң һыуығы булды. Уртаса айлыҡ температура ни бары 10,9 градус тәшкил итте, ул норманан 2,2 градусҡа түбәнерәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика