Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.73
0
93.56
0
61.18
+0.06
-13 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь 2017, 11:02

Зәңгәр йәки йәшел күҙле башҡорттарҙы Light Bashkirs фотопроектында ҡатнашырға саҡыралар

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Зәңгәр йәки йәшел күҙле башҡорттарҙы «Урал мираҫы» милләт-ара этнофорумына арналған Light Bashkirs фотопроектында ҡатнашырға саҡыралар.
Проект башҡорттарҙың тышҡы ҡиәфәте хаҡындағы төшөнсәне киңәйтеүгә һәм халыҡ-ара баҫмаларҙың иғтибарын халыҡтың этник мәҙәниәтенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. «Ғәҙәттә, башҡорттар ҡуңыр йөҙлө, һоро күҙле, азиат йәки монголоид тибындараҡ. Ләкин улар араһында зәңгәр һәм йәшел күҙлеләре лә осрай», — тип яҙа ойоштороусылар.
Кастингтың беренсе этабы 30 июндә тамамлана. Һайлап алыуҙы үткәндәр 7-9 июлдә Иглин районында «Урал мираҫы» этнофорумы барышында этностилләштерелгән фотосессияла ҡатнаша.
Читайте нас