12:35 (UTC+5), 16 Июня 2017

«Тамыр» телеканалы «Включайся!» фестивалендә ике номинацияла иң яҡшыһы тип танылды

Люциә Дәүлиева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. «Тамыр» телеканалы Мәскәүҙә «Включайся!» балалар телевидениеһы фестивалендә икеләтә еңеү яуланы. Быйыл унда ҡатнашыусылар бигерәк тә күп булды — Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең 184 компанияһынан 400-ҙән ашыу эш.
«Конкуреттар ни тиклем көслөрәк, ҡатнашыу ҙа шул тиклем ҡыҙығыраҡ. Был үҙенсәлекле һәм һөҙөмтәле мәктәп», — ти «Тамыр» телеканалы режиссеры Гөлсәсәк Игебаева.
Уның «Ҡымыҙ юлы» тапшырыуы етди конкуренцияла еңеү яуланы. «Барыһын да белергә теләйем!» номинацияһында иң яҡшыһы исеменә 75 эш дәғүә итте. Бүләкләү тантанаһына бөтә ижади команда тиерлек: сценарий авторы Гөлшат Ғәлиуллина, оператор Марат Юнысов, режиссер Гөлсәсәк Игебаева һәм йәш алып барыусы Рустам Төхбәтов килде.
«Мин «Включайся!» фестивалендә беренсе тапҡыр ҡатнаштым һәм Мәскәүҙе лә тәүгә күрәм. Тәьҫораттар иҫ киткес. Сәхнәгә бүләк алырға сыҡҡанда бик ныҡ тулҡынландым, хатта бер аҙ юғалып ҡалдым, — ти Рөстәм. — Беҙ «Ҡымыҙ юлы»н ҡыҙыҡһынып һәм яратып төшөрҙөк. Мин үҙем шифалы эсемлегебеҙ тураһында күп нәмә белдем».
«Тамыр» «Илемдең геройҙары» номинацияһында ла иң яҡшыһы тип танылды. Режиссер Адель Һөнәрғолова, журналист Татьяна Никитина, оператор Руслан Бикбаевтың «Граффитиҙа тарих» тапшырыуы тарихҡа заманса ҡараш менән жюриҙың баһаһын алды. Эш Советтар Союзы Геройы, снайпер Наталья Ковшоваға бағышланған биш ҡатлы йорт бейеклегендәге граффити нигеҙендә башҡарылған.
Фестивалдә төшөрөлгән сюжеттар конкурсында Өфөнән Рөстәм Төхбәтов ингән команданың сюжеты еңеп сыҡты. Быйыл ошо бәйгенең темаһы «Ил менән 50 йыл бергә» тип аталды һәм «Останкино» телеүҙәгенең юбилейына бағышланды. Фестиваль үҙе лә «Останкино» залдарында үтте.
«Тамыр»ға 25 йыл тулды, һәм шуның 12-һе «Включайся!» фестивале менән бәйле. «Включайся!» беҙҙең өсөн йыл һайын тапшырған имтихан кеүек. Һәр саҡ әҙерләнәбеҙ, тулҡынланабыҙ һәм ошо медиа-имтиханда ҡатнашып, юғарыға үрләйбеҙ. Фестивалде ойоштороусыларҙың һәммәһенә, Эдуард Сагалаевтан башлап ярҙамсыл менеджер ҡыҙҙарға балалар телевидениеһының иҫ киткес мегамайҙансығы өсөн рәхмәт», — ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.
Быйыл «Тамыр» телеканалының махсус призына «Илемдең геройҙары» номинацияһында Ярославлдән «Детектив» балалар студияһының эше лайыҡ булды.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика