04:45 (UTC+5), 16 Июня 2017

Өфөлә Салауат Юлаев проспектын арт-объекттар һәм сәскә композициялары биҙәне

Өфө хакимиәте сайты
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә Салауат Юлаев проспектында коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең ярҙамы менән ҡыҙыҡлы арт-объекттар һәм композициялар барлыҡҡа килде. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына Октябрь районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә хәбәр иттеләр.
Салауат Юлаев проспекты һәм Шәфиев урамы киҫелешендә тағы ла бер төҙөкләндереү өлгөһө барлыҡҡа килде. Коммуналь хеҙмәт эшсәндәре ҙур таштар килтереп, уларҙы һыу менән йыуып, сәскәләрҙән һәм барбарис ҡыуаҡтарынан матур композиция яһаны.
Дуҫлыҡ монументы яғынан Октябрь районына ингәндә водителдәрҙе һыуһар ҡаршы ала. Йәнлектең һынын төҙөкләндереү буйынса район муниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәткәре Артур Мөхәмәтов эшләгән. Композиция төрлө һауа шарттарына һәм температураның үҙгәреүенә бирешмәй торған махсус быяу менән ҡапланған.
Ҡолап барған ваза арт-объектын Октябрь районының төҙөкләндереү буйынса муниципаль учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре төрлө төҫтәге сәскәләр менән биҙәгән. Төп транспорт артерияһын декоратив арба-сәскәлек биҙәй.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика