03:29 (UTC+5), 16 Июня 2017

Дмитрий Медведев Башҡортостандан бер ғаиләне таш туйҙары менән ҡотланы

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Мәләүез районының Һабаш ауылынан 67 йыл бергә ғүмер иткән Рамазан һәм Зәйтүнә Игебаевтар ғаиләһен Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев ҡотланы. Уның исеменән ҡотлау сәләмен юбилярҙарға Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты һәм муниципалитет хакимиәте вәкилдәре тапшырҙы.
«Күп йылдар буйына үҙегеҙҙең мөхәббәтегеҙҙе һәм тоғролоғоғоҙҙо һаҡлап ҡалдығыҙ. Бергәләп бөтә ауырлыҡтарҙы кисерҙегеҙ, барлыҡ һынауҙарҙы лайыҡлы үттегеҙ. Иң мөһиме – хистәр йылыһын, бер-береңде ихтирам итеү тойғоһон һаҡланығыҙ. Һеҙҙең ғаиләгеҙ ысын ғаилә ҡиммәттәренең символы, оҙаҡ һәм бәхетле ғаилә тормошоноң сағыу өлгөһө булып тора!», — тиелгән ҡотлауҙа.
Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында премьер-министрҙың ҡултамғаһы менән ҡотлау конверттары республикаға йыш килмәй тип билдәләнеләр. Туй юбилейҙарының календарына ярашлы, 67,5 йыл бергә ғүмер иткән ир менән ҡатын таш туйҙарын билдәләй.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика