Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь 2017, 11:53

Башҡортостанда йәйҙең тәүге айында бәшмәк миҙгеле башланды

Гөлфиә Акулова
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда быйыл бәшмәк миҙгеле йәйҙең тәүге айында уҡ башланды. Урындағы халыҡ баллы, майлы, ҡайын һәм аҡ көләпә бәшмәктәр йыя. Ҡайһы берәүҙәрҙең ихаталарында ла бәшмәк үҫә, тип хәбәр итә «Башҡортостан» ДТРК-һы.
Биология фәндәре докторы Андрей Кулагин фекеренсә, йәй башында бәшмәктәр – фантастика түгел, ә аңлайышлы күренеш. Быға температураның алмашыныуы һәм ҡойма ямғырҙар булышлыҡ итте.
Ләкин шуны иҫтә тотоу мөһим: бәшмәкте ҡаланан алыҫта, тамырын ҡуҙғытмай ғына бысаҡ менән киҫеп йыйырға кәрәк. Бөгөндән үк ҡала баҙарҙарында яңы майлы, сусҡа, баллы һәм ҡайын бәшмәктәрен һатып алырға мөмкин. Уларҙы Башҡортостандың төрлө райондарынан килтерәләр. Бәшмәктең бер килограмы уртаса 200 һумға төшә.
Читайте нас: