09:09 (UTC+5), 16 Июнь 2017

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр өсөн пособиены ике тапҡырға арттырырға ниәтләйҙәр

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күләмен ике тапҡырға, ай һайын өстән алты меңгә тиклем арттырырға ниәтләйҙәр. Был хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов «ТАСС» агентлығына хәбәр итте, «Владимир Путин менән тура бәйләнеш» барышында Өфө табибының һорауына аңлатма биреп.
«Әлеге ваҡытта йәш ярымдан алып өс йәшкәсә балалары булған ишле ғаиләләргә матди ярҙам өсөн республикалағы социаль ярҙам сараларының күләмен арттырыу тураһында мәсьәлә ҡарала. Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә йәш ярымдан алып өс йәшкәсә өсөнсө йәки артабанғы һәр балаһы өсөн айлыҡ аҡсалата түләү күҙ уңында тотола. Ошо түләүҙе өстән алты мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим ителә», — тине төбәк етәксеһе. Ул шулай уҡ ғаиләнең килеме йәшәү минимумының икеләтә дәүмәленән артмаҫҡа тейешлеген билдәләне.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, уның указы буйынса демография һәм тыуымды арттырыу мәсьәләләре буйынса эш төркөмө ойошторолған, уға 2020 йылға тиклемге осорға эш планын әҙерләргә ҡушылған. Студент ғаиләләре өсөн яңы социаль ярҙам сараларын индереү мәсьәләһе ҡарала. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, атап әйткәндә, ошо ғаиләләрҙә бала тыуғанда 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләргә һәм балалары булған студент һәм аспирант ғаиләләренә айлыҡ махсус социаль пособиеның күләмен 250 һумдан өс меңгә тиклем арттырырға тәҡдим ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика