10:35 (UTC+5), 15 Июнь 2017

Республикала июнь аҙағына тиклем ямғыр яуасаҡ — Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда июнь аҙағына тиклем ямғыр яуасаҡ. Был хаҡта 15 июндә «Интерфакс» агентлығының төбәк вәкиллегендәге матбуғат конференцияһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының һыу объекттарында кешеләрҙең именлеге бүлеге етәксеһе Валерий Сафронов хәбәр итте.
«Барыбыҙ ҙа ямғырҙан арыныҡ. Оҙайлы фараздарға килгәндә, улар аҡланырмы, юҡмы — ваҡыт күрһәтер, ләкин июнь аҙағына тиклем ваҡыты менән ямғыр яуыуын көтәбеҙ», — тине ул.
Әммә һауа торошона ҡарамаҫтан, 1 июндән республикала һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә асылды.
«Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың 17 июненә төбәктә 12 кеше һыуҙа һәләк булды. Тап һыу инеү миҙгелендә, 1 июндән, ике кешенең, ҡалған унауһының балыҡ тотҡанда ғүмере өҙөлдө. Кемдер ауға эләкккән, кемдер эскән булған. Былтырғы мәғлүмәттәр буйынса, һыу объекттарындағы фажиғәле хәлдәрҙең 60% тиклеме спиртлы эсемлектәр менән бәйле. Йыһазландырылмаған пляждарҙа һыу инеү үлемгә килтерә» , — тип аңлатма бирҙе спикер һәм ҡотҡарыусылар, медиктар һәм һыу объекттарында кешеләрҙе ҡотҡарыу буйынса ҡорамалдар булған пляж биләмәләрендә ял итергә саҡырҙы.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкиле билдәләүенсә, йыһазландырылған пляждар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Республикала — 80-дән ашыу, Өфөлә 11 пляж йыһазландырылған.
«Ҡандракүл (ете пляж), Асылыкүл (бер пляж) кеүек ҙур күлдәрҙә, Нөгөш (13) һәм Павловка һыу һаҡлағыстарында (туғыҙ) һыу инеү өсөн урындарҙың етерлек булмауы хәүеф тыуҙыра. Быйыл Павловкала күсмә ҡотҡарыу пункты асылды. Халыҡ һәм бәләкәй судноларҙың хужалары менән иҫкәртеү эшен алып барған штаттан тыш инспекторҙарҙың һанын 35-тән 50-гә тиклем арттырҙыҡ», — тине Валерий Сафронов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика