07:30 (UTC+5), 15 Июнь 2017

Өфөлә Рәсәй онкологтары Яман шешкә ҡаршы көрәштең милли стратегияһы проектын тикшерә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 14 июндә Өфөлә асылған IX Рәсәй онкологтары съезын илебеҙ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш онкологы, Н.Н. Блохин исемендәге Рәсәй онкология ғилми үҙәге директоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Михаил Давыдов дәүергә торошло сара тип атаны.
«Бында Рәсәй Федерацияһының Онкология хеҙмәтен үҫтереүҙең милли стратегияһын булдырырға теләйбеҙ. Бөгөн төбәктәрҙең бюджетты үҙҙәре билдәләү йәһәтенән ҙур ауырлыҡтар кисерәбеҙ, шуға ла субъекттар медицина ярҙамының кимәле, сифаты һәм күләме буйынса айырыла, ә ул төп һөҙөмтәлә сағылыш таба, — тине Давыдов. – Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төп бурысты – үлемде кәметеү өсөн маҡсатлы күрһәткестәргә ҙур иғтибар бүлә. Был ғәйәт ҙур бурыс. Көҙгөһөн документтың проекты Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тәҡдим ителер тип күҙаллана. Стратегия өлөшләп ғәмәлгә ашырыласаҡ».
Михаил Давыдовтың һүҙҙәренсә, статистиканы анализлай, учреждениеларҙың регистрын һәм эшен контролдә тота, тикшереү үткәрә, кадрҙар әҙерләү өсөн мәғариф стандарттарын камиллаштыра, матди-техник тәьминәтте яңырта алған яман шешкә ҡаршы хеҙмәт структураһын булдырыу мөһим.
Башҡортостандың онкология хеҙмәте хаҡында һөйләгәндә Н.Н. Блохин исемендәге Рәсәй онкология ғилми үҙәге директоры, республикала был йүнәлештә көслө яҡтар – диагностика һәм дауалау, тип билдәләне.
«Республика онкология диспансерын бик яҡшы беләм. Мин бында 90-сы йылдарҙан алып бер нисә тапҡыр булдым. Коллегалар менән бергәләп бер нисә операция уҙғарҙыҡ. Рәшит Ғәзиз улы Баҙиҡов менән күкрәк һәм ҡорһаҡ хирургияһының заманса технологияларын уңышлы үҙләштерҙек, — тип уртаҡлашты Рәсәй Федерацияһының баш штаттан тыш онкологы. — Бөгөн федераль үҙәк әҙерләгән стандарттар һәм клиник кәңәштәр тулы күләмдә үтә. Бында эшләүсе табиптар нимәлер белмәй тип әйтергә нигеҙ юҡ. Дөйөм алғанда, республика был йәһәттән бик уңышлы эшләй».
Рәсәй Федерацияһының Онкология хеҙмәтен үҫтереүҙең милли стратегияһы 2030 йылға тиклем илдә хеҙмәттең үҫешен билдәләйәсәк.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика