Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2017, 11:11

Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары ике законһыҙ сүплекте юҡ итте

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының матбуғат хеҙмәте
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева /. Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлеге активистары Белорет ҡалаһы биләмәһендә ике законһыҙ сүплекте юҡ итте. Улар Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Генераль йыйыштырыу» проекты интерактив картаһында билдәләнгәйне. Республика халҡы kartasvalok.ru сайтында бөтәһе 137 законһыҙ сүп-сар өйөлгән объект хаҡында белдерҙе. Бөтә мәғлүмәттәр буйынса башҡарма һәм муниципаль власть органдарына, контроль-күҙәтеү органдарына мөрәжәғәттәр йүнәлтелгән.
Белорет халҡы сүплектәрҙең интерактив картаһын төҙөү буйынса башланғысты дәррәү күтәреп алды, улар ошо объекттарҙы билдәләп кенә ҡалмай, бысратылған биләмәләрҙе таҙартыуҙа ла ҡатнаша.
«Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары таҙартҡан сүплек «Батша ауылы» баҡса ширҡәте артында урынлашҡайны, — тип һөйләне Халыҡ фронты активисы Ярослав Белов. – Уларҙың береһе — урындағы халыҡ араһында популяр ял итеү урыны булған Осетров быуаһы янында. Сүп-сарҙы күбеһенсә баҡсасылар һәм туристар ташлай. Уның йылдар буйына йыйылыуы һәм сығарылмауы күренеп тора».
Белгестәрҙең әйтеүе буйынса, баҡса ширҡәттәре биләмәһенән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы ойоштормау хәүефле сүплектәрҙең барлыҡҡа килеүенең төп проблемаһы булып тора. Баҡса участкалары хужалары сүп-сарҙы яҡындағы урман һыҙатына ташый. Бындай хәл күпселек урындарға хас. Арттарынан йыйыштырыуҙы кәрәк тип күрмәгән ял итеүселәр ҙә сүплектәргә үҙ өлөшөн индерә. Белоретта Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары законһыҙ сүплектәрҙе юҡ итеү буйынса эште дауам итәсәк һәм өмәләрҙә ҡатнашырға әҙер булған ҡала халҡының тағы ла күберәк буласағына ышаныс белдерә.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: