07:44 (UTC+5), 15 Июня 2017

Башҡорт дәүләт университеты уны тамамлаған юристарҙың эш хаҡы буйынса илдең тәүге 20 вузы иҫәбенә инде

IMPORT Сервисный
?Ф?, 2017 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Superjob вакансиялар һәм хеҙмәткәрҙәр эҙләү сервисы эксперттары Башҡорт дәүләт университетын юридик өлкәлә мәшғүл белгестәрҙең эш хаҡы кимәле буйынса Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары рейтингында 16-сы урынға билдәләне. Шулай итеп, Башҡорт дәүләт университеты былтырғы кимәлде һаҡлап ҡалды, тип хәбәр иттеләр вуздың матбуғат үҙәгендә. БДУ-ның Хоҡуҡ институтын тамамлаған белгес айына уртаса 57 мең һум ала.
2016 йылда уҡырға ингәндәрҙең берҙәм дәүләт имтиханының уртаса балы буйынса БДУ алдынғы урындарҙың береһен биләй. Башҡорт дәүләт университетында ул 87,6-ға тиң – был рейтингтағы 45 вуз араһында 11-се урын. Рейтинг уҡыу йортон тамамлағандан һуң төбәктә ҡалған белгестәрҙең һанын да иҫәпкә ала. Башҡорт дәүләт университетында ошо күрһәткес 74% етә.
Рейтингтың лидеры – Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты. Уны тамамлаған юристар 95 мең һумлыҡ хеҙмәт хаҡына дәғүә итә. Ырымбур дәүләт университетын бөткән йәш белгестәр айына 53 мең һум алырға теләй. Superjob порталының мәғлүмәттәре ошондай.
Индивидуаль коэффициенттарҙы иҫәпкә алып төбәктәр өсөн яңынан иҫәпләнгән «Мәскәүҙә эш хаҡы» күрһәткесе нигеҙ итеп алынған. Рейтингта бөтәһе 45 юғары уҡыу йорто.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика