03:58 (UTC+5), 14 Июня 2017

Республиканың яратҡан рәссамдары 14 июндә бушлай граффити төшөрөргә өйрәтә

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың яратҡан рәссамдары граффити буйынса бушлай оҫталыҡ дәресе уҙғарасаҡ. Акция Яҡутов исемендәге паркта киске сәғәт 5-тән 7-гә тиклем үтә. Сара вандализмға ҡаршы «День М» флешмобы сиктәрендә ойошторола.
«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» халыҡ рейтингын хуплап, Өфөнөң билдәле граффити оҫталары Артур Лукьянов (Жуков урамында Юрий Гагариндың портреты) һәм Артур Нурадинов (Менделеев урамында «Бейеүсе башҡорт ҡыҙы») нисек матур граффити төшөрөү, эшкә әҙерлек процесының нимәнән торғаны һәм законды боҙмайынса һүрәтте нисек йорт диуарҙарына төшөрөү хаҡында һөйләйәсәк.
Иң бәләкәй граффити оҫталары менән «Коробка» ижади студияһы етәксеһе Алина Хәтмуллина эшләйәсәк.
Бынан тыш, вандализмға ҡаршы көн сиктәрендә «Йәштәр вандализмға ҡаршы» темаһына асфальтта һүрәттәр конкурсы үтәсәк. Балалар өсөн аквагрим майҙансығы эшләйәсәк. Киске программаны «Мин үҙ ҡаламды яратам» концерты биҙәйәсәк.
Иң яратҡан авторҙарҙы http://artrb.ru/ проекты сайтына инеүселәр тауыш биреү юлы менән һайлаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика