07:57 (UTC+5), 14 Июня 2017

Республика журналистары һөнәри байрамын билдәләй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 14 июндә Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
Республикала ҙур мәғлүмәт массивы тупланған, ул үҙ уҡыусыһын таба. Был осраҡлы түгел, сөнки урындағы матбуғаттың үҫеш тарихы быуат ярымдан ашыу ваҡытты үҙ эсенә ала. Унда төйәгебеҙҙең тарихи һәм ижтимағи прогресы көҙгөләге кеүек сағыла.
1838 йылдың 1 ғинуарында Өфөлә «Оренбургские губернские ведомости» тигән беренсе рәсми аҙналыҡ гәзит донъя күрә. Ошо һанда алты мәҡәлә баҫылған. Гәзиткә граждандар губернаторы Иевлич ҡул ҡуйған. Ырымбур Өфө һәм Ырымбур губерналарына бүленгәс, 1865 йылда гәзит «Уфимские губернские ведомости» тип атала башлай һәм 1917 йылға тиклем сыға. XIX быуат аҙағында шәхси баҫмалар күренә башлай. Уларҙың тәүгеһе «Уфимский листок объявлений и извещений» (1871-1911) сәнәғәтсе һәм сауҙагәр Н.К. Блохин тарафынан нәшер ителә. «Уфимские епархиальные ведомости» (1872-1879) журналдары, «Адрес-календарь Уфимской губернии» (1873-1917) белешмәләр бюллетене сығарыла. Егерменсе быуат баҫма продукция өлкәһенә үҙгәрештәр алып килә. Был — төбәгебеҙҙә партия һәм милли матбуғаттың үҫеш осоро. 1906 йылдан Ырымбурҙа баҫылған «Ваҡыт» гәзитен милли баҫмаларҙың сыға башлауы тип иҫәпләргә мөмкин. Быуат башындағы революция ваҡиғалары Рәсәйҙә милли хәрәкәттең әүҙемләшеүенә булышлыҡ итә. Беренсе Бөтә Рәсәй мосолмандары съезынан башҡорт делегаттары милли йыйын уҙғарырға кәрәк тигән фекер менән ҡайта. Башҡорт милли хәрәкәтен туплау өсөн үҙ гәзитен баҫтырырға тигән ҡарарға киләләр. 1917 йылдың 14 июнендә беренсе башҡорт гәзите «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире»нең беренсе һаны донъя күрә. Гәзиттең мөхәррире итеп Сәғит Мерәҫов тәғәйенләнә. Гәзиттең сыға башлауы башҡорттарҙың тарихында яңы этаптың, үҙ баҫма һүҙенең үҫешенә нигеҙ һала. Тап шуға республика Президенты Указы менән (1998 йылдың 23 марты) 14 июнь Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө тип иғлан ителгән.
Бер йыл элек нәҡ ошо көндә Өфөлә яҙыусы, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәйкәле янында мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы булды.
Әлеге ваҡытта республиканың Журналистар союзы сафында 1500-ҙән ашыу журналист иҫәпләнә, улар урындағы 83 ойошмаға берләшкән. Ете район-ара ижади берекмә эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика