03:28 (UTC+5), 14 Июнь 2017

«Башҡортостан» милли паркының символына әйләнгән айыу балаһына исем һайланды

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Башҡортостан» милли паркының символы – айыу балаһы өсөн иң яҡшы исем конкурсына йомғаҡ яһалды. Социаль селтәрҙә тауыш биреү барышында бәләкәй айыуға Айыухан, Айман, Умка, Теди, Башҡорт, Урал, Цезарь, Тағанай, Миша, Жора, Копатыч, Медолюб, Сан Саныч кеүек ҡушаматтар бирергә тәҡдим ителде. Бынан тыш, айыу балаһына «Дибаш» (дикий башкир – ҡырағай башҡорт) йәки БаНаП (Башкирский национальный парк – Башҡортостан милли паркы) тигән аббревиатура-исем биреү тәҡдимдәре лә булды. Һөҙөмтәлә күпселек тауыш менән Алтын тигән яңғырашлы исем һайланды. Хәҙер ошо исемде парктың символы – бәләкәй мискә тотҡан ҡыҙғылт һары айыу, яҙғыһын урмансылар тапҡан етем айыу балаһы йөрөтәсәк. Әлеге ваҡытта ул реабилитация маҡсатында паркта Тыва Республикаһынан килтерелгән икенсе бәләкәй тайыш табан менән йәшәй, уның ҡушаматы Адыг (тува телендә «айыу»).
Белешмә. «Башҡортостан» милли паркы 1986 йылда ойошторолған, 1995 йылдан ул федераль әһәмиәттәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә ҡарай. Парк Көньяҡ Уралдағы үҙенсәлекле таулы урмандарҙың тәбиғәт комплекстарын һәм айырыуса ҡиммәтле участкаларын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика