Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2017, 10:18

Башҡорт Википедияһы «Башҡортостан 100» интеллектуаль конкурсының икенсе этабына йомғаҡ яһаны

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Башҡортостан темаһы буйынса Википедияға мәҡәләләр яҙыу һәм уларҙы яҡшыртыу йәһәтенән уҙғарылған интеллектуаль супермарафондың – «Башҡортостан 100» конкурсының икенсе этабы тамамланды. Конкурсты Рәсәй эшсе-крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡорт хөкүмәтенең Башҡорт совет автономияһын төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү хөрмәтенә Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре ойоштора.
Бәйге 2016 йылдың сентябрендә башланды. Ул 100-шәр көнлөк биш этаптан тора һәм 2019 йылдың март айында тамамлана. Конкурстың ҡағиҙәләре буйынса, 20 балдан да аҙ йыймаған йәки 20-нән күберәк мәҡәлә яҙған ҡатнашыусы айырым этаптың еңеүсеһе булып һанала. Супермарафон еңеүселәре биш этаптың суммаһы буйынса 100-ҙән күберәк балл йыйырға йәки 100-ҙән ашыу мәҡәлә яҙырға тейеш.
«Интеллектуаль супермарафондың икенсе этабында Википедияның башҡорт бүлегендә – 28 мөхәррир һәм рус, бүрәт, эрзя, мари, украин, ҡырым-татар, грузин, азербайжан, белорус, әрмән бүлектәрендә 13 мөхәррир ҡатнашты.
Конкурс зачетында 729 яңы һәм өҫтәмә мәҡәлә ҡабул ителде, шулай уҡ 116 фото ҡуйылды. Икенсе этапта башҡорт бүлегенән – 10, башҡа тел бүлектәренән ете ҡатнашыусы еңеүсе тип танылды. Украин телендә «Тварини Червоної книги Республіки Башкортостан» тигән мәҡәлә иң яҡшыһы тип билдәләнде.
Ике этап һөҙөмтәләре буйынса зачетлы 1119 мәҡәлә, 171 фото тәшкил итте. Өс мөхәррир: Таңһылыу Ҡыуандыҡова, Гөлшат Сөләймәнова һәм Виктор Семенюк биш этап нормативтарын үтәп, супермарафонда еңеүселәрҙең исемлеген асты. Конкурста иң йәш ҡатнашыусыға – туғыҙ йәшлек Айҙар Сәлиховҡа ошо исемлекте дауам итергә ни бары өс балл етмәне. Ул үҙаллы 97 фото ҡуйҙы һәм уларҙы Википедия мәҡәләләренә өҫтәне. Конкурсыбыҙҙың өсөнсө этабы 1 сентябрҙә башлана. Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре барлыҡ теләүселәрҙе ҡатнашырға саҡыра. Тәжрибәле мөхәррирҙәр башлап ебәреүселәргә ярҙам итәсәк», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев.
Автор:Алик Шакиров
Читайте нас: