06:15 (UTC+5), 13 Июнь 2017

Республикала Совет һалдатына һәйкәл асылды

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй көнөн байрам итеү сиктәрендә Ҡырмыҫҡалы ауылында Совет һалдатына һәйкәл асылды. Тантаналы сара еңеү паркы биләмәһендә үтте. Унда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев, Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы депутаттары, республиканың Мәҙәниәт министрлығы, урындағы үҙидара органдары вәкилдәре, ветерандар, эҙәрмәндәр, район халҡы һәм уның ҡунаҡтары ҡатнашты.
Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәттең төбәк бүлексәһе (уның рәйесе Константин Толкачев) һәм муниципалитет хакимиәте тырышлығы менән һәйкәл яңыртылды. Йәмғиәт бүлексәһе районға Совет һалдатының скульптураһын һәм иҫтәлек яҙыуҙары менән пилондарҙы тапшырҙы, тип аңлаттылар төбәк парламентының матбуғат хеҙмәтендә.
Константин Толкачев байрамда ҡатнашыусы ветерандарға рәхмәт әйтте һәм сараға йыйылғандарҙың иғтибарын ошондай сараларҙың тарихи дөрөҫлөктө һаҡлап ҡалыуға тәьҫир иткәненә, үҙ иленең мөһим тарихи биттәре хаҡында хәтерләргә тейеш йәш быуынға көслө тәрбиәүи йоғонто яһауына йүнәлтте.
Һәйкәлде асыу тантанаһы сиктәрендә эҙәрмәндәр отрядының күргәҙмәһе ойошторолдо, барлыҡ теләүселәр өсөн ялан кухняһы һәм район хәрби комиссариаты бинаһында Хәрби Дан күргәҙмә залы эшләне.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика