Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
-0.23
98.03
-0.69
89.29
+0.18
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2017, 08:59

Рәсәй көнө Өфөлә байрам салюты менән тамамланды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә 12 июндә баш ҡаланың бөтә майҙансыҡтарында ла Рәсәй һәм ҡала көндәренә арналған байрам саралары үтте. Тантана Ленин исемендәге майҙанда сағыу салют менән тамамланды. Ун минут эсендә техниктар туғыҙ төр пиротехник ҡоролманан 800 самаһы залп бирҙе. Байрам ҡунаҡтары һауала «аҡ хризантемалар» һәм төрлө төҫтәге «пион» сәскәләрен күрҙе. Ошо хаҡта байрам көндө тура эфирҙа эшләгән «Вся Уфа» телеканалы хәбәр итте.
Ваҡиғаларға бай көндө ҡаланың йәш граждарының «Ғорурланам һинең менән, баш ҡалам!» концертын, Black Star лейблы йондоҙы Егор Крид ҡатнашлығындағы «KFC Battle» спорт һәм музыка фестивален, Шиғриәт байрамын, «Берҙәмлек» милли мәҙәниәттәр фестивален, һабантуйҙы, «Шәжәрә» конкурсын, пицца фестивален, «Рәсәй көслө!» флешмобын билдәләп үтергә кәрәк.
Рәсәй көнө хөрмәтенә Өфөлә «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексында «Рәсәй – минең тарихым» тигән тарихи паркты асыу тантанаһы үтте. Башҡортостан Рәсәйҙең баш ҡалаһынан һуң ошондай ҙур мультимедиалы музей ойошторолған тәүге төбәк булды.
Рәсәй көнө һәм ошо мөһим ваҡиға менән республика халҡын Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Мәскәү һәм Бөтә Русь Изгеләрҙән-изге Патриархы викарийы, епископ Егорьевский Тихон, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй, Шәйех-ул-Ислам Тәлғәт Тажетдин һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова ҡотланы.
Таһир Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында Рәсәй һәм ҡала көндәренә арналған ат-спорт байрамы үтте. Тамашасылар Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең иң йүгерек аттары ҡатнашлығындағы мауыҡтырғыс ат сабыштарын, шулай уҡ спортсыларҙың һәм ижади коллективтарҙың сығыштарын ҡарай алды.
Автор:Ксения Калинина
Читайте нас: