02:05 (UTC+5), 13 Июня 2017

Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡын Рәсәй көнө менән ҡотланы

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич булды. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов менән бергә улар «Рәсәй – минең тарихым» мультимедиалы тарихи паркты асыу сараһында ҡатнашты һәм республика халҡын Рәсәй көнө менән ҡотланы.
- Бөгөн илебеҙ бик мөһим дәүләт байрамын – Рәсәй көнөн билдәләй. Ул беҙҙең дәүләтселек, бойондороҡһоҙлоҡ, халыҡтарыбыҙҙың берҙәмлек байрамы. Был байрамды иге-сиге булмаған Ватаныбыҙҙың бөтә тарафтарында, Рәсәй Федерацияһының барлыҡ 85 субъектында билдәләйҙәр, – тине Михаил Бабич. – Беҙҙең өсөн ул бик мөһим ваҡиға, сөнки ошо байрамды билдәләп, үҙебеҙгә илебеҙҙең тағы ла көслөрәк булыуы, тағы ла нығыраҡ берҙәмләшеүе хаҡында һөйләйбеҙ. Илебеҙ бөгөн донъяла тәрәнерәк һәм бөйөгөрәк итеп күрһәтелгән.
Рәсәй көнөнән тыш, Өфө бөгөн Ҡала көнөн дә байрам итә, тип билдәләне республика Башлығы.
- Ошо байрам менән бөтә Өфө халҡын ҡотлайым. Ҡалабыҙҙың һәр яҡтан яҡшырыуын һәм байыуын теләйем, – тине Рөстәм Хәмитов.
Рәсәй көнө хөрмәтенә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм Башҡортостан Башлығы уҡыуҙа, спортта һәм кластан тыш эшмәкәрлектә айырыуса айырылып торған республика йәштәренә Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорттарын тапшырҙы.
Шулай уҡ Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Еңеү паркында булды, Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә сәскә һалды һәм Республика Хәрби Дан музейының экспозицияһы менән танышты.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика