09:16 (UTC+5), 13 Июня 2017

Өфөләге йәш хәбәрселәрҙең тапшырыуҙары Мәскәүҙә «Включайся!» балалар телевидениеһы фестивалендә еңеүгә дәғүә итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 13-15 июндә Мәскәүҙә «Включайся!» балалар телевидениеһы фестивале уҙа. Унда Өфө лә күрһәтелгән. Ижади эштә «Телешко» телевидение мәктәбе һәм тәрбиәләнеүселәре һәм уның директоры Рөстәм Аҙнабаев ҡатнаша.
Улар конкурсҡа ике эш: өлкән коллегаларынан ҡалышмайынса бөтә илгә тура радиоэфирҙа эшләгән үҫмерҙәр хаҡында «Детям дали радио» тигән ҡыҫҡа метражлы фильм һәм «Крупно повезло» төбәк-ара проектын ебәргән. Һуңғыһында авторҙар квадрокоптерҙарҙы яңыса файҙаланырға хәл иткән: улар ярҙамында төрлө ҡалаларҙағы иҫтәлекле урындарҙы яҡындан төшөргән. Проект ҡыҙыҡлы килеп сыҡһын өсөн уның өҫтөндә төрлө ҡалаларҙан өс команда эшләне, тип һөйләне Рөстәм Аҙнабаев.
Эштәрҙе профессиональ һәм балалар жюрийы баһалай. Унда икенсе йыл рәттән «Телешко» тәрбиәләнеүсеһе, Благовещен ҡалаһының 6-сы мәктәбе уҡыусыһы Нина Асеева эшләй. Уны Ярославль, Түбәнге Новгород, Мәскәү һәм Үрге Пышманан коллегалары менән бөтә конкурс эштәрен ҡарап сығыу буйынса еңел булмаған эш көтә.
Быйыл ойоштороу комитетына бик күп ғаризалар: Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең 184 телевизион студиялары һәм компанияларынан 400 эш килгән.
Конкурстан тыш, бай программа, 10-дан ашыу телеканалға экскурсия һәм йондоҙҙар менән осрашыу ҡаралған. Улар иҫәбендә Антон Лаврентьев — «Пятница» телеканалы алып барыусыһы, артист, башҡарыусы һәм шоумен «Алып барыусы һөнәрендә үҙенсәлеклелек сере» оҫталыҡ дәресе менән сығыш яһаясаҡ; «Матч ТВ» комментаторы һәм алып барыусыһы Павел Занозин балаларға спорт хәбәрсеһе һәм комментаторы эшенең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләйәсәк; «DA!» продюсер компанияһының генераль директоры, «Авто Плюс» телеканалында тапшырыуҙар авторы һәм алып барыусы Александр Добин автомобилдәр төшөрөү һәм автомобиль темаһына бәйле серҙәр менән уртаҡлашасаҡ.
Еңеүселәрҙең исеме фестивалдең һуңғы көнөндә — 15 июндә иғлан ителәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика