12:02 (UTC+5), 13 Июня 2017

Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы иғлан ителде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 13-21 июндә Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы үткәрелә. Ул хоҡуҡ боҙоусыларға ҡылған эштәре өсөн язаның ҡотолғоһоҙ икәнлеген иҫкә төшөрөүгә йүнәлтелгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарын түләмәгән водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе асыҡлай. Был эш даими алып барыла, ләкин күрһәтелгән осорҙа өҫтәмә рәүештә суд приставтары хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә, тип хәбәр иттеләр ведомствола.
Штрафтар буйынса бурыстары булған водителдәр асыҡланған осраҡта, закон буйынса уларҙы административ яуаплылыҡҡа йәлеп итеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уларҙың 15 тәүлеккә тиклем административ аресҡа тарттырылыуы ихтимал. Йә иһә штраф ике тапҡырға арта.
Дәүләт автоинспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, штраф ҡарар законлы көсөнә ингәндән алып 60 көн эсендә түләнергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика