17:32 (UTC+5), 09 Июня 2017

Республикала көслө ямғырҙар арҡаһында йылғаларҙа һыу кимәле ҡапыл күтәрелгән

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда көслө ямғырҙар арҡаһында Эҫем һәм Йүрүҙән йылғаларының үрге ағымында һыу кимәле ҡапыл күтәрелгән — 65-194 сантиметрға артҡан, тип хәбәр итә республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы. Ошо осорҙа төбәктә 2-4, урыны менән 5-7 декада нормаларына тиклем яуым-төшөм теркәлгән. Республиканың төньяҡ һәм көнбайыш райондарында яуым-төшөмдөң айлыҡ нормаһы яуған, урыны менән уларҙың һаны ай ярымлыҡ нормаға еткән.
Әлеге ваҡытта тау йылғаларында гидрологик хәл тотороҡланған, һыу кимәленең тәүлегенә -5-тән +7 сантиметрға тиклем тирбәлеүе күҙәтелә. Килеп тыуған гидрометеорологик шарттарға ярашлы Павловка һыу һаҡлағысынан түбәндәрәк Ҡариҙел йылғаһында һыу кимәленең бер аҙ күтәрелеүе көтөлә, башҡа йылғаларҙа кимәлдәрҙең тирбәлеүе һаҡлана. Әлеге ваҡытта бөтә йылғалар ҙа ярҙарында.
Бынан тыш, Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, йыш яуған ямғырҙар тупраҡтың артыҡ дымланыуы кеүек хәүефле агрометеорологик күренештең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итте. Уны Оло Тәләк, Өфө-Дим, Яңауыл, Туҡан метеостанциялары теркәгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика