05:00 (UTC+5), 09 Июнь 2017

Рәсәй туристары пляж булған урындарҙа ял итеүҙе хуп күрә

автор
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәй туристары сит илдәргә йышыраҡ оса башланы. Популяр йүнәлештәргә ихтыяж былтырғы йыл менән сағыштырғанда яҡынса 30 процентҡа артҡан, тип яҙа «Известия» гәзите Рәсәй туроператорҙары ассоциацияһының мәғлүмәттәренә һылтанып. Ҡышҡы осорҙа рәсәйҙәр Гоа, Таиланд, Һиндостан, Вьетнам, Доминикана тарафтарына йышыраҡ юл тотһа, йәйгеһен ғәҙәттәгесә Кипр, Греция, Болгария, Тунис, Испания һәм Төркиә популяр.
Рәсәй туроператорҙары ассоциацияһы президенты Дмитрий Гориндың фекеренсә, Рәсәйҙә туристик бизнес күтәрелә, ул тәү сиратта валюталарҙың курсы тотороҡланыу һәм ҡайһы бер илдәр менән виза режимын ябайлаштырыу менән бәйле. Аномаль һыуыҡ яҙ ҙа быға тәьҫир итте.
«Беҙҙең ябай булмаған климат шарттарын һәм йылда яҡты көндәрҙең һанын иҫәпкә алғанда, һауа торошо туризмға, әлбиттә, йоғонто яһай. Кешеләргә йылы, ҡояш һәм диңгеҙ кәрәк. Шуға ла пляж туризмы өҫтөнлөккә эйә. Оҙаҡламай йәйҙең уртаһы етә, ә ул әле һаман юҡ», — тип билдәләне Дмитрий Горин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика