02:58 (UTC+5), 09 Июнь 2017

Абхазия табиптары Башҡорт дәүләт медицина университетында квалификацияһын күтәрәсәк

Абхазия Республикаһы мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Абхазия табиптары Башҡорт дәүләт медицина университетында квалификацияһын күтәрәсәк. Был 8 июндә Сухумда Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Абхазия Һаулыҡ һаҡлау министрлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында төҙөлгән килешеү пункттарының береһе. Документҡа Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты Валентин Павлов һәм Абхазия Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Тамаз Цахнакия ҡул ҡуйҙы. Хеҙмәттәшлек сиктәрендә Башҡорт дәүләт медицина университетында һәм Абхазия дауалау учреждениеларында юғары уҡыу йортондағы һәм дипломдан һуңғы белемде, шулай уҡ өҙлөкһөҙ медицина белемен үҫтереү күҙаллана.
Валентин Павловтың фекеренсә, был килешеү бик мөһим, сөнки тәжрибә уртаҡлашыу һәм даими рәүештә белемде яңыртыу – ул донъяның теләһә ҡайһы нөктәһендә медицина ярҙамының сифат нигеҙе һәм асыҡлығы.
«Бөгөнгө килешеүҙәр – Абхазия менән хеҙмәттәшлектә тағы бер яңы кимәл, — тип билдәләне Валентин Павлов. — Килешеүҙәр сиктәрендә Республика клиник дауаханаһында иртәгә үк урология, колопроктология һәм гинекология буйынса өс күрһәтмә операция уҙғарабыҙ».
Үҙ сиратында, Тамаз Цахнакия Башҡортостанда уңышлы ҡулланылған яңы технологиялар Абхазия өсөн дә көнүҙәк булғанын билдәләне. Ведомство етәксеһе республика табиптарының квалификацияһын күтәреү, телемедицина һәм медициналағы башҡа йүнәлештәрҙе үҫтереү кәрәклеге хаҡында һөйләне.
Башҡорт дәүләт медицина университеты республика өсөн кадрҙарҙы тәүге йыл ғына әҙерләмәй, тип билдәләнде осрашыу барышында. Бынан тыш, Башҡорт дәүләт медицина университеты Абхазия Фәндәр академияһының Ботаника институты менән берлектә фармацевтика факультеты студенттарының уҡыу практикаһын бергәләп ойоштороу һәм уҙғарыу буйынса килешеүҙе тормошҡа ашыра.
Шул уҡ көндө Башҡорт дәүләт медицина университеты делегацияһын Абхазия президенты Рауль Хаджимба ҡабул итте. «Апсныпресс» агентлығы хәбәр иткәнсә, респулика башлығы Абхазияның байтаҡ граждандары Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыуын билдәләне.
«Йәштәребеҙ яҡшы белгестәр булып китә һәм, һис шикһеҙ, бының дауамы ла буласаҡ», — тине президент.
Рауль Хаджимбаның фекеренсә, килешеү «файҙа килтерәсәк һәм киләсәктә студенттарҙы медицинаға уҡытыу өсөн Абхазия дәүләт университетында шарттар булдырырға мөминлек бирәсәк».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика