04:59 (UTC+5), 08 Июня 2017

Төбәк уҡытыусылары һәм уҡыусылары «Электрон уйын мәктәбе» нигеҙендәге дәрес» конкурсында ҡатнаша ала

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 12 июндән 20 авгусҡа ҡәҙәр Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы «Электрон уйын мәктәбе» нигеҙендәге дәрес» республика конкурсын уҙғара. Унда уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнаша ала. Ярыш алты номинация буйынса ойошторола:
башланғыс мәктәп (рус теле, әҙәби уҡыу, инглиз теле, математика, тирә-яҡ донъя, мәҙәниәт һәм донъяуи этика нигеҙҙәре);
филология (рус теле, әҙәбиәт, башҡорт теле, инглиз теле);
математика һәм информатика (математика, алгебра, геометрия, информатика);
ижтимағи-ғилми фәндәр (тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, география, хоҡуҡ, иҡтисад);
тәбиғи-ғилми фәндәр (биология, физика, химия);
дөйөм үҫтереүсе фәндәр (технология, ОБЖ, музыка, физик культура, һынлы сәнғәт).
Еңеүселәр уҡытыусылар һәм айырым һанап кителгән номинациялар буйынса уҡыусылар араһында билдәләнәсәк.
Ҡатнашыу өсөн «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Электрон уйын мәктәбе» асыҡ төркөмөнә инергә кәрәк.
Конкурстың шарттары менән БДУ сайтында танышырға мөмкин. Ойоштороусылар менән оператив эш итеү өсөн электрон почта: eplayschool@yandex.ru.
Конкурс «Электрон уйын мәктәбе» – еPlaySchool мәғариф платформаһы моделен әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу» проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙғарыла. Уның маҡсаты – уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы электрон дәрестәр әҙерләү процесына йәлеп итеү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика