06:25 (UTC+5), 08 Июня 2017

Өфөлә төбәктәге тәүге Донор күкрәк һөтө банкы асыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн Өфөлә, Республика балалар клиник дауаханаһында Башҡортостандағы тәүге Донор күкрәк һөтө банкы асыла. Проект халыҡтың иғәнәләренә «Беҙҙең балалар» хәйриә фонды менән берлектә ойошторолған. Уның хаҡы 400 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
Донор күкрәк һөтөн махсус лабораторияла йыйып һаҡлау һәм медицина күрһәткестәре буйынса уға мохтаж яңы тыуған сабыйҙар араһында бүлеү ҡаралған. Донор әсәләр клиниканың неонаталь бүлегендә ятыусылар араһынан һайлап алына. Һарҡытҡандан һуң һөт махсус технология буйынса пастеризациялана. Өҫтәүенә унда бөтә туҡлыҡлы матдәләр 100 процентҡа һаҡлана, билдәле патоген вирустар һәм бактериялар иһә зарарһыҙландырыла. Һуңынан һөт контейнерҙарға ҡойолоп, һыуытҡыста һыуытыла һәм туңдырыу камераһында туңдырыла. Табип ҡушыуы буйынса бала-реципиент донор һөтөн ала.
Медицина мәғлүмәттәренә ярашлы, ун сабыйҙың берәүһе етлекмәй тыуа. Бындай балаларҙы күкрәк һөтө менән туйындырыу бик мөһим. Ләкин етлекмәй тыуған сабыйҙың һәр икенсе әсәһе тәүге осорҙа үҙенең күкрәк һөтөн бирә алмай. Әле Күкрәк һөтө банкы Рәсәйҙә берәү генә — Мәскәүҙә, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Балалар һаулығы ғилми үҙәгендә.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика