09:55 (UTC+5), 08 Июнь 2017

Ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионаты тамашасыларҙы йәлеп итеү өсөн Өфө эргәһендә үткәрелә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 30 июндә – 1 июлдә Башҡортостанда ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең асыҡ чемпионаты ойошторола. Уны Өфөләге Нижегородка биҫтәһе янында үткәреү күҙаллана, тип хәбәр итте конкурсты ойоштороусыларҙың вәкиле — «Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәре Алексей Троицкий. Был ҡала халҡына чемпионат майҙансыҡтарына килеү еңелерәк булһын өсөн эшләнә.
Башҡортостандан биш механизатор, шул иҫәптән ике ҡыҙ – Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм һөнәри колледж студенттары ҡатнаша. Бөтәһе Рәсәйҙең 30 төбәге һәм биш сит ил – Бөйөк Британия, Ирландия, Нидерланд, Польша, Эстония ғариза биргән.
Ҡатнашыусылар Нидерландтың Kverneland һабандары менән йыһазландырылған «Агромаш-85 ТК» тракторҙарында эшләйәсәк. Шулай уҡ чемпионаттың программаһында «Трактор-шоу» — техника менән идара итеү оҫталығы буйынса ярыштар; ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәләре; ауыл хужалығының төрлө тармаҡтары буйынса конференциялар; «Тере ферма» павильондары — республиканың тоҡомсолоҡ хужалыҡтарынан яҡшы тоҡомло һыйырҙар, һарыҡтар, ҡош-ҡорт күргәҙмәһе; тәмләп ҡарарға мөмкин булған йәрминкә, уйындар, спорт һәм мәҙәни саралар ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика