02:54 (UTC+5), 08 Июня 2017

Башҡортостандың өс университеты Рәсәйҙең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто исемлегенә инде

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты Рәсәйҙең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто исемлегенә инде. Рейтингты ғәҙәттәгесә RAEX (рейтинг агентлығы эксперты) әҙерләгән.
Республика вуздары араһында алдынғылыҡты Өфө дәүләт нефть техник университеты биләй, ул 57-се урында. Унан һуң 92-се урында – Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм 95-се баҫҡыста – Башҡорт дәүләт университеты.
Рейтингты әҙерләгәндә статистика күрһәткестәре, 30 мең респондент: эш биреүселәр, академик һәм ғилми даирә вәкилдәре, студенттар һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар араһында уҙғарылған һорау алыу һөҙөмтәләре файҙаланылған.
Был «Ирекле эш» фонды булышлығында RAEX рейтинг агентлығы төҙөгән алтынсы Рәсәй вуздары рейтингы.
6 июндә тағы ла бер рейтингтың – университеттарҙың милли рейтингы мәғлүмәттәре баҫылды. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, унда Башҡорт дәүләт университеты (49-сы урын) инде. Рәсәй субъекттарының башҡа вуздары менән бергә 55−58-се баҫҡысты – Өфө дәүләт авиация техник университеты, 68-70-сене Өфө дәүләт нефть техник университеты бүлеште.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика