10:27 (UTC+5), 08 Июнь 2017

Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханының тәүге һөҙөмтәләре 13 июндән һуң иғлан ителә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Берҙәм дәүләт имтиханының тәүге һөҙөмтәләре 13 июндән һуң иғлан ителә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында. 29 майҙа ун беренсе класс уҡыусылары география һәм информатика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы. Был фәндәр һайлау буйынса, улар аттестатҡа йоғонто яһамай.
Һөҙөмтәләрҙе алыуға бәйле бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ юҡ һәм булмаясаҡ, тип ышандырҙылар ведомствола. Барыһы ла штат режимында бара. Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен раҫлағандан һуң шунда уҡ уларҙы мәктәптәргә ебәрәләр.
Имтихан һөҙөмтәләре буйынса апелляцияны ике эш көнө эсендә бирергә мөмкин. Уҡыусылар рус теленән йыйған балдарын 26 июндә беләсәк, 20 июндән һуң ҡабаттан тапшырыуҙар башлана.
Туғыҙынсылар хаҡында әйткәндә, республиканың Мәғариф министрлығында беренсе имтихандың — сит телдәр буйынса — һөҙөмтәләре 6 июндә билдәле булған. Дөйөм алғанда, балаларҙың күпселеге һынауҙы бирә алған.
Бөгөн туғыҙынсы класс уҡыусылары йәмғиәтте өйрәнеү, география, химия, информатика һәм ИКТ буйынса төп дәүләт имтиханын яҙҙы. Улар өсөн резерв көндәр 19 июндә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика