02:08 (UTC+5), 08 Июня 2017

Башҡорт дәүләт университеты һәм Иннополис ҡаланы үҫтереү фонды хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

юғары уҡыу йортоноң сайтынан
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университеты һәм Иннополис ҡаланы үҫтереү фонды (Татарстан) хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусыларға уларҙы артабан Рәсәйҙең потенциаль IT-баш ҡалаһында эшкә урынлаштырыу һәм резидент компаниялар ярҙамында махсус белем биреү программаларын әҙерләү маҡсаты менән тест үткәреү хеҙмәттәшлек формаларының береһе буласаҡ.
ICL Services компанияһының персонал буйынса директоры һәм Иннополистың рәсми вәкиле Алһыу Глинскаяның әйтеүе буйынса, «киләсәк ҡалаһында» Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар әле уҡ IT өлкәһендә эшләй. Уның һүҙҙәренсә, улар юғары һөнәри һөҙөмтәлелек һәм айырым аралашыу һәләте менән айырылып тора.
Осрашыуҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин, юғары уҡыу йортоноң стратегик үҫеше буйынса проректоры Рөстәм Ахунов, математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты деканы Йыһанур Фәзуллин һәм университетты тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырырға булышлыҡ итеү үҙәге мөдире Айбулат Хөсәйенов ҡатнашты, тип аныҡлыҡ индерҙеләр вуздың матбуғат үҙәгендә.
Белешмә. Иннополис – ул иҡтисады юғары технологиялы индустрияла нигеҙләнгән тотош бер ҡала һәм университет – резидент-компаниялар өсөн кадрҙар әҙерлеге барған ҡаланың мөһим элементтарының береһе. Әҙерлек аудиторияһын киңәйтеү өсөн Иннополис башҡа юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлекте үҫтерә, хәҙер улар иҫәбендә Башҡорт дәүләт университеты ла бар.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика