ӨФӨ, 2017 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә 11-се тапҡыр «Баш ҡала ҡаҙанышы» ҡаланың төп йәмәғәт премияһын тапшырҙылар. Уға мегаполистың иң вайымлы кешеләре лайыҡ булды. Залда сәйәсмәндәр, уҡытыусылар, табиптар, журналистар, эшҡыуарҙар, студенттар һәм башҡа һөнәр эйәләре йыйылғайны.
Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, лауреаттарҙы ҡотлап, баш ҡала үҙенең уңыштары һәм ҡаҙаныштары өсөн төрлө йәштәге, һөнәрле, социаль статуслы өфөләргә бурыслы булыуын билдәләне. Улар изге эштәре, ғәҙәти булмаған башланғыстары, ҡыҙыҡлы проекттары менән тыуған ҡалабыҙҙың артабанғы үҫешенә һәм сәскә атыуына йоғонто яһай.
«Арағыҙҙа сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар һәм ижади һөнәр вәкилдәре, табиптар һәм уҡытыусылар, спортсылар һәм журналистар, эшҡыуарҙар, студенттар һәм пенсионерҙар бар. Һеҙҙе тыуған ҡалаға һөйөү һәм уны тағы ла яҡшыраҡ итеү теләге берләштерә, — тине ҡала башлығы. — Шуныһы ҡыуаныслы: йәмәғәт премияһы лауреаттарын һайлағанда бөтә Өфө тиерлек ҡатнаша. Ҡала халҡы иң яҡшылар, лайыҡлылар, маҡсатҡа ынтылыусандар, тиңләшергә мөмкин һәм кәрәк булған кешеләр өсөн тауыш бирә».
«Өфө — халҡы арта барған ҡала» номинацияһында «Азатлыҡ» балалар церебраль фалижын иртә асыҡлауға һәм дауалауға булышлыҡ итеү үҙәге директоры Наталия Щедрова еңеүсе тип танылды.
«Мөмкинлек» балаларға ярҙам күрһәтеү ойошмаһы директоры Наталья Слободян «Өфө — барыһы өсөн дә тигеҙ мөмкинлектәр булдырған ҡала» номинацияһында билдәләнде. Ошо уҡ номинацияла тағы ла бер лауреат — «Мәрхәмәт» хәйриә фондының һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн Баланы үҫтереү үҙәге директоры Мария Казанцева.
«Өфө — илһөйәрлек традицияларын үҫтереүсе ҡала» номинацияһында «Башҡортостан ветераны» баҫмаһы директоры Артур Хәкимов еңеү яуланы.
«Биктырыш» балалар техник ижад үҙәге директорының ғилми-методик эш буйынса урынбаҫары Венера Ғәлиева «Өфө — мәҙәниәттә һәм мәғарифта ҙур ҡаҙаныштар ҡалаһы» номинацияһында иң яҡшыһы булды.
«Өфө — спортта ҙур ҡаҙаныштар ҡалаһы» номинацияһында Башҡортостан Парашют спорты федерацияһының парашют-тау саңғыһы ике төр ярышы буйынса баш тренеры Гайрат Манаев еңде.
«Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн» йәмәғәтселектең таныуы» номинацияһында призға бер юлы ике ҡатнашыусы: «Эндомед» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең гастроэнтерология үҙәге директоры Владимир Алянгин һәм яҙыусы, журналист, 30 йылдан ашыу «Вечерняя Уфа» гәзитендә эшләгән Алла Докучаева лайыҡ булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был конкурсҡа 2006 йылда Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды үҙҙәренең эше менән баш ҡаланы үҫтереүгә булышлыҡ иткән өфөләргә ярҙам итеү маҡсатында нигеҙ һалған. Премия попечителдәр, социаль яҡтан әүҙем бизнес, меценаттар аҡсаһына ғына уҙғарыла.
Ун бер йыл эсендә конкурста ҡатнашыусылар һәм уның лауреаттары 300-ҙән ашыу файҙалы эш башҡарған, бәйгелә Өфөнән 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, 95 кеше «Баш ҡала ҡаҙанышы» статуэткаһын алған, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.