04:39 (UTC+5), 07 Июнь 2017

Ҡырым Башҡортостанға Евпаториялағы балалар шифаханаһын тапшырасаҡ

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ҡырым Башҡортостанға Евпаториялағы балалар шифаханаларының береһен тапшырасаҡ, тип хәбәр итте республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Социаль хеҙмәткәр көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһап.
- Май айында Ҡырым Республикаһы менән сауҙа-иҡтисади һәм социаль-мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Яңыраҡ ҡына Ҡырым Республикаһы етәкселеге менән Башҡортостанға Евпаториялағы балаларҙы һауыҡтырыу шифаханаларының береһен тапшырыу хаҡында килештек, – тине Рөстәм Хәмитов. – Уны йүнәтеп, яңыртып,тәртипкә килтерәсәкбеҙ һәм ошо шифаханала йыл һайын 5 мең самаһы бала һаулығын нығыта аласаҡ. Был бик яҡшы проект тип уйлайым. Һис шикһеҙ, беҙ быға аҡсаны йәлләмәйәсәкбеҙ, сөнки ул бик мөһим эш. Диңгеҙ буйына һыу инеү һәм емеш-еләк ашау өсөн генә барыу түгел, ә тейешле дауаланыу өсөн дә. Бынан тыш, шифахана йыл әйләнәһенә эшләйәсәк.
Балаларҙың сифатлы һәм хәүефһеҙ йәйге ялын ойоштороу көнүҙәк темаларҙың береһе булып тора, тип билдәләне төбәк Башлығы. Быйыл Башҡортостанда 400 мең самаһы баланың һауыҡтырыу лагерҙарында һәм шифаханаларҙа ял итеүе һәм һаулығын нығытыуы күҙаллана. Был маҡсатҡа 1,6 миллиард һум самаһы бүленгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика