11:01 (UTC+5), 07 Июнь 2017

Янғантау Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның тәүге геопаркын ойоштороу өсөн майҙансыҡ булыуы ихтимал

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ошо көндәрҙә Өфөләге «ВДНХ-Экспо» комплексында барған Халыҡ-ара экология форумында Рәсәйҙә геопарктар булдырыуҙы тикшерҙеләр. Уны ойоштороу урыны итеп Салауат йәки Бөрйән районын һайлауҙары мөмкин.
Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе илдәге беренсе геопарк Башҡортостандың Салауат районындағы Янғантауҙа урынлашасағын әйтте. Билдәләнгән территорияла 31 махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе — биш дәүләт тәбиғәт заказнигы һәм 26 тәбиғәт һәйкәле, геологик һәйкәл — «Мәсетле геологик киҫелеше» бар. Башҡортостандағы иң популяр шифаханаларҙың береһе — «Янғантау» ҙа ошонда урынлашҡан.
Белгестәр фекеренсә, халыҡ-ара тигән статус бирелеү менән шифахана ла, тәбиғәт һәйкәлдәре лә артабан үҫешеү өсөн яңы этәргес аласаҡ. Геопарктарға йөкмәтелгән төп бурыстар иҫәбендә геологик һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау, төбәкте иҡтисади яҡтан үҫтереү, шулай уҡ урындағы халыҡты геопаркты ойоштороуға һәм уның менән идара итеүгә йәлеп итеү бар.
«Ҡурсаулыҡлы Рәсәй — һаҡлап үҫтереү» пленар ултырышында Григорий Орджоникидзе «Башҡорт Уралы» биосфера резерваты биләмәһен киңәйтеү тәҡдимен дә әйтте.
«Бөрйән бал ҡортон ҡотҡарып ҡалыу өсөн «Башҡорт Уралы» биосфера резерваты һәм «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһен киңәйтергә кәрәк», — тип белдерҙе ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡурсаулыҡ биләмәһендә Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының «йәшел стандарттары»на тап килгән илдәге тәүге күсемһеҙ милек объекты төҙөлгән. Әле унда мәғлүмәт-сервис үҙәге урынлашҡан. Уны төҙөгәндә, атап әйткәндә, тәбиғәтте һаҡлау технологиялары ҡулланылған, йорттар иһә заманса энергияны һаҡлау материалдарынан һалынған.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика