13:16 (UTC+5), 07 Июня 2017

Республиканың ҡала ситендәге лагерҙарында ял итеү күпме тора?

Гөлфиә Акулова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл йәй Башҡортостанда 98 ҡала ситендәге лагерь асыла, унда 48 мең бала ял итә ала. Әлеге ваҡытта шуларҙың 28-е эшләй, дүрт мең бала ваҡытын күңелле һәм файҙалы итеп үткәрә, тип хәбәр итте Башҡортостан Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлегенең баш белгес-эксперты Рәмзиә Биҡҡужина.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ҡала ситендәге лагерҙа ял итеү арзанға төшмәй. Анығыраҡ әйткәндә, барыһы өсөн дә түгел. Әгәр бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә хаҡтың 90% түләнһә, ҡалғандарға ни бары 50% ғына ҡаплана.
«Ата-әсә 30 мең һумлыҡ юлламаны һайлаһа, уның 14760 һумы ҡаҙнанан компенсациялана, коммерция структураһында эшләгәндәргә иһә 8200 һумы кире ҡайтарыла, — тип асыҡлыҡ индерҙе Рәмзиә Биҡҡужина. — Муниципаль ҡала һәм район лагерҙарын да һайларға мөмкин. Улар күпкә осһоҙ — 16-20 мең һум. Мәҫәлән, Киров районы ойошмаһында эшләйһегеҙ икән. «Фестиваль» лагеры уларҙың ҡарамағында. Балағыҙҙы шунда ебәреү өсөн район хакимиәтенә мөрәжәғәт итеү зарур. Унда һеҙгә ниндәй документтар йыйырға кәрәклеген аңлатырҙар. Бындай ял балағыҙ өсөн бөтөнләй бушлай».
Әгәр лагерь ведомствоға ҡараһа, бында эш биреүселәр күп осраҡта сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала. Миҫалға Өфөнөң «Гидравлика» агрегат предприятиеһының «Ал елкәндәр»ен килтерергә мөмкин. Ошо предприятиела эшләмәһәгеҙ, юлламаның хаҡын тулыһынса түләргә кәрәк (быйыл ул яҡынса 33 мең һум тәшкил итә).
Ҡала ситендәге лагерҙарҙа ял итеү оҙайлығы — 21 көн.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика