06:42 (UTC+5), 06 Июня 2017

Төбәктә Өршәк йылғаһы аша понтон күпер һалына

Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Өршәк йылғаһы аша понтон күпер һалынасаҡ һәм йәйәүлеләр зонаһы ойоштороласаҡ. Был мәсьәләне Өфө районы хакимиәтендә өйрәнәләр. Төп күперҙе йүнәтеүгә бәйле ошо ҡоролманы ҡуйыу кәрәклеге килеп тыуҙы. Йонсоу көндәр ҙә юл хеҙмәткәрҙәренең эшенә үҙгәрештәр индерҙе, бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар урау юлдарҙы йыуҙы.
Муниципалитетта аңлатыуҙарынса, ямғырҙар арҡаһында йылғалағы һыу кимәле 1,5 метрға күтәрелгән, ул һыу торбаларының һәм технологик үтеү юлының өҫтөнән ҡойған. Әлеге ваҡытта «Дормост» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөүсе ойошмаһы һыуҙың ҡаршылыҡһыҙ ағыуы өсөн өҫтәмә һыу үткәреү торбаларын ҡуйған.
Күперҙе йүнәтеү эштәре барышында Фомичев — Енғалыш — Осоргин — Зубов автомобиль юлы аша урау юл асылған. Ул да яуым-төшөмдөң күп булыуы сәбәпле юлға өҫтәмә ҡом түгеүҙе талап итте. Подрядсы ошо юл эштәренә тотонған да инде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылдың 1 июненән 25 октябренә ҡәҙәр Өфө районында Фомичев — Булгаков — Федоровка автомобиль юлының 4+968 саҡрымында Өршәк йылғаһы аша күпер ремонтҡа ябылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика