04:09 (UTC+5), 06 Июня 2017

Төбәктә Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы лауреаттары асыҡланды

«Йәшлек» гәзите
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда уҡыусы йәштәр араһында «Йәшлек» республика йәштәр гәзите йыл һайын уҙғарып килгән Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Конкурстың төп маҡсаты – йәштәргә илһөйәрлек, Ватанға тоғро булыу рухында тәрбиә биреү, төрлө яҡтан шәхес үҫтереү, уҡыуҙа һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә иң яҡшы ижади йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү.
Беренсе премия лауреаты – Әбйәлил районының Байым ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Наҙгөл Абдрафиҡова; икенсе премия лауреаттары – Салауат районының Малаяҙ ауылы башҡорт гимназияһының 11 класс уҡыусыһы Илшат Гәрәев һәм Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатының 11 класс уҡыусыһы Ынйыгөл Ишбулатова; өсөнсө премия лауреаттары – Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияның 11 класс уҡыусыһы Илүзә Мәхийәнова, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 11 класс уҡыусыһы Лидиә Динмөхәмәтова, Баймаҡ районы Темәс урта мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Лилиә Алтынбаева. 22 номинацияла еңеүселәргә шулай уҡ дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Журналистар союзында.
«Уҡыусылар араһында ҙур популярлыҡ яулаған конкурс 2014 йылдан алып уҙғарыла. Йыл һайын унда йөҙҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы һәм урта махсус белем биреү йорто студенты ҡатнаша. Бәйгеселәр ижади эштәрҙә үҙҙәренең ҡыҙыҡлы фекерҙәре, төрлө проблемалар буйынса яңы идеялары менән уртаҡлаша. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, бөтә конкурста ҡатнашыусылар ҙа – мәктәптең сығарылыш уҡыусылары – һайлаған һөнәрҙәре буйынса юғары уҡыу йорттарына инә һәм студенттар араһында әүҙем тормош һәм ижади эшмәкәрлеген дауам итә. Бәйгесе «журналистика», «филология» һәм башҡа гуманитар һөнәрҙәр буйынса уҡырға ингәндә юғары уҡыу йорттары премия лауреаттарына һәм номинанттарына тейешенсә балдар өҫтәй», — тип һөйләне «Йәшлек» гәзите мөхәррире Артур Дәүләтбәков.
Яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһын етәкләгән Тимерғәли Килмөхәмәтов баҫылып сыҡҡан конкурс эштәрен баһалау буйынса комиссия рәйесе. Уның әйтеүе буйынса, «был сара, һис шикһеҙ, ижади йәштәрҙе асыҡлау майҙансығы булып тора, ул яңы быуын талантлы журналистарҙың һәм яҙыусыларҙың барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһай».
Дагомыс ҡалаһында Рәсәй Журналистар союзының «Бөтә Рәсәй-2015» XIX фестивалендә «Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы» журналистика акцияһы илебеҙҙең республика, край, округ һәм өлкә гәзиттәре араһында лауреат булараҡ танылды.
Булат Солтангәрәев Өфөнөң Киров районындағы 3-сө гимназияһының сығарылыш класс уҡыусыһы булды. Ул белемле, яҡшы тәрбиә алған, илһөйәр егет олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып еңә торғайны. 2011 йылдың 22 майында фажиғәле рәүештә уның ғүмер өҙөлдө.
Бәйгеселәрҙең эштәрен гәзиттең сайтында ҡарарға мөмкин.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика