07:33 (UTC+5), 06 Июнь 2017

Өфөлә үҫмерҙәр вандализмына ҡаршы флешмоб ойошторола

Өфө ҡалаһы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 14 июндә Өфөләге Иван Яҡутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында баш ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты, ҡаланың «ИНДИГО» үҙәге һәм Рәсәй студенттар отрядының төбәк ойошмаһы «М көнө» флешмобын уҙғара. Сара балалар һәм үҫмерҙәр вандализмы күренештәрен иҫкәртеү, үҫмерҙәрҙең милли һәм мәҙәни мираҫҡа, тарихи ҡиммәттәргә ҡарата вәхшиҙәрсә мөнәсәбәтенә кире ҡараш формалаштырыу маҡсатында ойошторола, тип хәбәр итә мэрияның матбуғат хеҙмәте.
Сара барышында «Йәштәр вандализмға ҡаршы!» асфальтта рәсем яһау конкурсы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты студенттары ҡатнашлығында граффити буйынса оҫталыҡ дәресе, флешмоб-пленэр, балалар өсөн аквагрим менән зона ойоштороу ҡаралған. Байрам «Мин үҙ ҡаламды яратам!» тигән концерт менән тамамлана.
Киске сәғәт 5-тә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика