17:49 (UTC+5), 06 Июнь 2017

Өфөлә Халыҡ-ара экология форумы һәм II «Экология. Технологиялар. Йәшәйеш» махсуслаштырылған күргәҙмәһе бара

автор
автор
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөләге «ВДНХ-Экспо» майҙансығында Халыҡ-ара экология форумы һәм II «Экология. Технологиялар. Йәшәйеш» махсуслаштырылған күргәҙмәһе бара. Саралар Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Экология йылына арналған.
«Ҡурсаулыҡлы Рәсәй — һаҡлап үҫтереү» пленар ултырышы өс көнлөк форумдың төп ваҡиғаһы булды. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе, ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһы буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Валерий Неронов, Халыҡ-ара яуаплы туризм үҙәгенең башҡарма директоры Наталия Дронова ҡатнашты.
Форум барышында 30-ға яҡын сара: түңәрәк өҫтәлдәр, панель дискуссиялары, конференциялар уҙғарыла. Беренсе көндә ҡатнашыусылар юғары технологиялы етештереү һәм сәнәғәт ҡалдыҡтары, экологик белем биреү проблемаларын тикшереүҙә ҡатнаша алды. Күтәрелгән мәсьәләләр иҫәбендә Рәсәйҙә экотуризмды үҫтереү, климаттың торошо, тормош экологияһы бар. Бөгөн Өфөләге форум илдең геофәндәр һәм геопарктар буйынса халыҡ-ара ЮНЕСКО программаһы комитеты ултырышын үткәреү урыны булды.
7 июндә Башҡортостан предприятиеларындағы төп экологтарҙың экологик ҡануниәттең мөһим мәсьәләләре буйынса осрашыуҙары, «Хеҙмәт медицинаһының һәм кеше экологияһының актуаль проблемалары» халыҡ-ара ҡатнашлығында ғилми-ғәмәли конференция, ҡалаларҙы экоүҫтереү темаһына панель дискуссия, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһына, йәшел иҡтисадты үҫтереүгә, һулар һауаның торошона арналған түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу ҡаралған.
Икенсе көндө «ВДНХ-Экспо» майҙансығында урмандарҙы үҙләштереү һәм органик игенселек өлкәһендә экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар йыйыла. Халыҡ-ара экология форумы 8 июндә көндөҙгө сәғәт 3-тә үҙ эшен тамамлай.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика