05:55 (UTC+5), 06 Июня 2017

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарының йәш ғалимдарын-студенттарын ғилми эштәр конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Йәш ғалимдарҙы – Өфө һәм республика юғары уҡыу йорттары студенттарын иң яҡшы ғилми эш конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Конкурс студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген дәртләндереүгә йүнәлтелгән һәм төбәктең ғилми йәштәренә төрлө ғилми өлкәләрҙәге асыштарын күрһәтеү мөмкинлеге бирә, уның һөҙөмтәләре республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, ойоштороусылар иҫәпләүенсә, конкурс республиканың алдынғы юғары профессиональ белем биреү ойошмаларының уртаҡ фундаменталь һәм ҡулланма тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәлелеген арттыра.
28 июнгә ҡәҙәр өс төп йүнәлеш: техник, теүәл һәм гуманитар фәндәр буйынса материалдар ҡабул ителә. Ғилми эштәр уларҙың һөҙөмтәләре баҫылғандан һуң ғына ҡарала. Шулай уҡ инновацион идеялар, проекттар, файҙалы һәм йөкмәткеле башланғыстар ҡабул ителә.
Ҡатнашыу шарттары, эшкә талаптар һәм уларҙы рәсмиләштереү хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән Рәсәй йәш ғалимдар союзының Башҡортостан Республикаһындағы ойошмаһы сайтында танышырға мөмкин.
Конкурс Рәсәй йәш ғалимдар союзының Өфөләге урындағы бүлексә тарафынан баш ҡаланың йәштәрҙең эштәре буйынса комитеты булышлығында уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика