07:08 (UTC+5), 06 Июнь 2017

Башҡортостанда туғыҙынсы класс уҡыусылары математика буйынса төп дәүләт имтиханын тапшыра

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Математика буйынса төп дәүләт имтиханы туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп осорон дауам итә. Бөгөн, 6 июндә, республикала 37 мең самаһы уҡыусы ошо мотлаҡ фәндән һынау тота.
Математика буйынса төп дәүләт имтиханы биш баллы шкала буйынса баһалана, имтиханды уңышлы тапшырыу өсөн өс балл йыйыу ҙа етә.
Һөҙөмтәләрҙе имтихандан һуң 10 көн эсендә белергә мөмкин.
Өҫтәүенә, бөгөн сит телдәр буйынса төп дәүләт имтиханы йомғаҡтары иғлан ителә. Уҡыусылар уны 26 майҙа (яҙма) һәм 27 майҙа (телдән) биргәйне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы уҡыу йылында төп дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн туғыҙынсы класс уҡыусыларына дүрт фәнде уңышлы тапшырырға кәрәк: ике мотлаҡ имтихан (рус теле һәм математика) һәм ике фән һайлау буйынса.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика