10:26 (UTC+5), 06 Июня 2017

Башҡорт дәүләт университеты «Интерфакс» төҙөгән университеттарҙың милли рейтингында тәүге 50 иҫәбенә инде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университеты «Интерфакс»тың 2016/17 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса төҙөгән VIII университеттарҙың милли рейтингында 49-сы урынды биләне. Бынан алдағы йыл менән сағыштырғанда БДУ бер юлы 25 баҫҡысҡа күтәрелде, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтендә.
Беренсе урында алыштырғыһыҙ лидер — Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты килә. Икенсе баҫҡыста — «МИФИ» милли тикшеренеү ядро университеты, өсөнсөлә — Санкт-Петербург дәүләт университеты. Дүртенсе урында — «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университеты. Новосибирск милли тикшеренеү дәүләт университеты тәүге бишәү исемлегендә аҙаҡҡы урында тора.
Башҡорт дәүләт университетынан тыш, республиканың тағы ла ике юғары уҡыу йорто рейтингта тәүге йөҙ иҫәбенә инде: Өфө дәүләт авиация техник университеты Рәсәй субъекттарының башҡа вуздары менән бергә – 55−58-се, Өфө дәүләт нефть техник университеты 68-70-се баҫҡысты бүлеште.
Рейтингты төҙөүселәр Рәсәйҙең 264 алдынғы университетын баһалаған, был уҙған йылдағы сығарылышҡа ҡарағанда 26 университетҡа күберәк.
Вуздарҙың эшмәкәрлеге алты параметр: белем биреү, тикшеренеү, социаль мөхит, халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек, инновациялар һәм университет бренды буйынса баһалана, тип хәбәр итә «Интерфакс».
Университеттарҙың милли рейтингы менән ошо һылтанма буйынса үтеп танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика