07:59 (UTC+5), 06 Июня 2017

Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара экология форумы үҙ эшен башлай

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн, 6 июндә, Өфөлә «ВДНХ-Экспо» майҙансығында «Экология. Технологиялар. Йәшәйеш» халыҡ-ара экология форумы һәм махсуслаштырылған күргәҙмә үҙ эшен башлай. Унда Рәсәйҙең 12 төбәгенән 80-дән ашыу компания ҡатнашасаҡ. Белгестәр һәм йәмәғәтселек ҡурсаулыҡтарҙы, йәшел иҡтисадты үҫтереү, экологик туризм, экологик берәмек, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса эште ойоштороу, эсәр һыуҙың сифаты, урмандарҙы үҙләштеү өлкәһендәге экоголик хәүефһеҙлек мәсьәләләрен һәм башҡа һорауҙарҙы тикшерәсәк.
Форум «Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһының көнүҙәк мәсьәләләре» халыҡ-ара ҡатнашлығындағы Рәсәйҙең геофәндәр һәм геопарктар буйынса халыҡ-ара ЮНЕСКО программаһы комитеты ултырышын, «Экология ҡануниәтенең көнүҙәк мәсьәләләре» республика предприятиеларының төп экологтары осрашыуын уҙғарыу урыны буласаҡ. Форум һәм күргәҙмә 8 июнгә ҡәҙәр эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика