07:43 (UTC+5), 05 Июня 2017

Республикала ерләү эше мәсьәләләре буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошма булдырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда ерләү хеҙмәте мәсьәләләрендә муниципаль-ара эш итеү һәм тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында төбәктең коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын булдырыу мәсьәләһе хәл ителә. Өфө хакимиәтендәге махсус семинар-кәңәшмәлә һүҙ ерләү тармағының хәҙерге торошо һәм ошо эштә республика муниципалитеттарына хоҡуҡи, ойоштороу һәм консультация ярҙамын күрһәтеү хаҡында барҙы. «Ерләү тармағының хәҙерге торошо: проблемалар һәм үҫеш йүнәлештәре, алдынғы муниципаль тәжрибәләрҙе өйрәнеү» тигән семинарҙы республиканың 63 ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре өсөн яуап биргән бүлек етәкселәре тыңланы.
Ҡатнашыусылар бөтә төр милектәге хужалыҡ субъекттары өсөн халыҡты хеҙмәтләндереү сифатына берҙәм муниципаль стандарттар һәм талаптар индереү, ерләү эшен үҫтереүгә булышлыҡ иткән муниципаль хоҡуҡи акттар әҙерләү, ерләү тармағы хеҙмәткәрҙәрен раҫланған профессиональ стандарттарға ярашлы уҡытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
«Бындай ярҙам һәм үҙ-ара эш итеү бик мөһим, сөнки улар айырыуса ерләү эше мәсьәләләре буйынса махсус хеҙмәттәр булдырылмаған муниципалитеттар өсөн файҙалы буласаҡ», — тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Махсус хеҙмәтләндереү комбинатында.
Шуны билдәләп үтәйек: май аҙағында республиканың баш ҡалаһында төбәктең коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын булдырыу буйынса инициатив төркөм ойошторолдо. Уның етәксеһе итеп Өфөнөң Махсус хеҙмәтләндереү комбинаты директоры, ҡала Советы депутаты Руслан Кинйәкәев һайланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика