04:59 (UTC+5), 05 Июнь 2017

Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһы сайты «Тигеҙ мөмкинлектәр донъяһы» фестивалендә еңеүсе булды

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһы сайты «Тигеҙ мөмкинлектәр донъяһы» VIII социаль интернет-ресурстар фестивалендә еңеүсе булды. Ул «Бергәләп күберәк эшләй алабыҙ» (Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәттәренең интернет-ресурстары араһында) номинацияһында иң яҡшыһы булараҡ билдәләнде.
Еңеүселәрҙе һәм лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙәге «Сокольники» мәҙәниәт һәм ял паркында үтте.
Фестивалдә рус телендә баҫылған һәм инвалидтарҙың проблемаларын хәл итеүгә арналған сайттар һәм интернет-ресурстарҙың авторҙары ҡатнашты. Быйыл Рәсәйҙән, Белоруссиянан, Украинанан һәм Молдовиянан бөтәһе 442 ғариза ҡабул ителгән.
«Бергәләп күберәк эшләй алабыҙ» (Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәттәренең интернет-ресурстары араһында) номинацияһына 39 ғариза тапшырылған. Унда Башҡортостан еңеү яуланы.
Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһы матбуғат секретары Ильвира Хафизова һөйләүенсә, былтыр сайт өҫтөндә ҙур эш башҡарылған. Яңы рубрикалар индерелгән, яңылыҡтар таҫмаһы икенсе төрлө эшләй башлаған.
«Беҙҙең «Перспектива» гәзитенең архивын урынлаштырҙыҡ. Өфө ҡалаһындағы спорт секциялары хаҡында мәғлүмәт һәм Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһында торған ижади һәм әүҙем ағзалары тураһында сәхифә өҫтәнек. Маҡсатыбыҙ – сайтты ҡыҙыҡлы, сағыу һәм мәғлүмәтле итеү. Республикалағы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр һәм башҡалар ҙа үҙҙәре өсөн файҙалы мәғлүмәт таба алһын өсөн. Эш барышында тағы ла яңы уй-фекерҙәр килеп тыуҙы, уларҙы киләсәктә тормошҡа ашырырға ниәтләйбеҙ», — тип уртаҡлашты Ильвира Хафизова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика