08:14 (UTC+5), 02 Июнь 2017

Республикала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыл хәүефен иғлан итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, 2 июндә көндөң икенсе яртыһында һәм кисен, шулай уҡ 3 июндә төндөң тәүге яртыһында төбәктә ҡойма ямғыр, боҙло борсаҡ яуыуы, йәшен йәшнәүе, елдең тиҙлеге секундына 20-25 метрға етеүе көтөлә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө дауыл ваҡытында йорттағы электр селтәрҙәренең һәм ҡорамалдарҙың, йылытыу мейестәренең торошон тикшерергә кәңәш итә. Эске һәм тышҡы янғынға ҡаршы һыу тәьминәтенең, телефон элемтәһенең төҙөклөгөн тәьмин итергә, янғынға ҡаршы инвентарь әҙерләргә кәрәк. Көслө ел сыҡҡанда электр тапшырыу линияһы аҫтында тороу һәм өҙөлгән электр сымдарына яҡын килеү үлем менән янай.
Йортта балкондан һәм тәҙрә төбөнән әйберҙәрҙе алып ҡуйырға, ишек, тәҙрәләрҙе ныҡлап ябырға кәрәк. Тәҙрәгә яҡын килмәгеҙ. Фатирҙа көсөргәнеш артҡанда шунда уҡ бөтә электр көнкүреш приборҙарын һүндерегеҙ.
Ауыл өйөндә мейестә ут яғырға кәрәк.
Урамда электр тапшырыу линиялары, ағастар, реклама таҡталары тирәһенән алыҫыраҡ йөрөү мөһим.
Юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булыу зарур. Водителдәргә тиҙлек режимын кәметергә кәңәш ителә.
Янғын хәүефенең юғары булыуы һәм көслө ел арҡаһында урмандарҙа усаҡ яғыу, ҡоро үләндәрҙе, ҡалдыҡтарҙы яндырыу, шулай уҡ тәмәке тартыу ҡәтғи тыйыла. Урман янғындарына юл ҡуймау өсөн тәбиғәткә сығыуҙан баш тартырға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика