05:39 (UTC+5), 02 Июня 2017

Башҡортостанда 15 етем бала фатир асҡыстары алды

Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Белоретта етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар фатир асҡыстары алды. Йорт туйлаусылар Выселки-2 биҫтәһендәге Шайморатов урамында урынлашҡан өс ҡатлы төҙөкләндерелгән яңы йортта йәшәйәсәк.
«Һәр кеше торлаҡлы булыуға хоҡуҡлы һәм етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың торлаҡ хоҡуғы проблемалары элеккесә иң мөһим булып ҡала һәм уға ҙур иғтибар бүленә, — тине йәштәрҙе ҡотларға килгән Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов. — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә һеҙгә көтөп алған асҡыстарҙы тапшырыу миңә икеләтә ҡыуаныслы. Уларҙа йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған: эсе эшләнгән, сантехника ҡуйылған һәм бөтә кәрәкле коммуникациялар үткәрелгән».
15 йорт туйлаусының һәр ҡайһыһы 30 квадрат метрҙан ашыу майҙандағы үҙенең бер бүлмәле фатирында йәшәйәсәк.
Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, 2012-2016 йылдарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға бөтәһе 108 торлаҡ бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика