07:23 (UTC+5), 01 Июня 2017

Йәйҙең тәүге көнөндә баш ҡалала рәсми рәүештә һыу инеү миҙгеле асыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 1 июндә Өфөлә рәсми рәүештә һыу объекттарында күмәкләп ял итеү өсөн 11 урын асыла. Әйткәндәй, йәйҙең беренсе көнөндә бөтә ил буйлап һыу инеү миҙгеленә старт бирелде.
Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы, «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы, Бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы һәм баш ҡала хакимиәте вәкилдәре Өфөләге пляждарҙың әҙерлеген тикшерҙе.
Ҡотҡарыусылар рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инергә кәңәш итә, сөнки унда 1 июндән 31 авгусҡа тиклем көн һайын ҡаланың эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары һәм ҡотҡарыусы-йәмәғәтселәр эшләй.
Өфөлә рәсми асылған 11 пляж:
«Ҡояшлы», Ағиҙел йылғаһы, Киров районы;
«Бельский», Ағиҙел йылғаһы, Киров районы;
«Ҡояш яры», Ҡариҙел йылғаһы, Октябрь районы;
«Сипайловолағы Сочи», Ҡариҙел йылғаһы, Октябрь районы;
«Ҡомло», Ҡариҙел йылғаһы, Калинин районы;
«Шарлауыҡ», Ҡариҙел йылғаһы, Калинин районы;
«Карьер», Дим районы;
«Матур», Дим районы;
«Ҡашҡаҙан», Октябрь районы;
«Гольфстрим», Йылы күлендә, Калинин район,;
«Ожмах яры», Йылы күлендә, Калинин районы,.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика