11:45 (UTC+5), 01 Июня 2017

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ Ғаилә министрлығын булдырыуға яҡынаябыҙ»

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда Ғаилә министрлығы булдырылыуы ихтимал. Был турала республика башлығы Рөстәм Хәмитов I Республика ата-әсәләр форумында сығыш яһағанда белдерҙе.
– Беҙ Хөкүмәттә бөгөн Рәсәй ғаиләһенең проблемаһын йәмәғәтселек ярҙамы менән генә хәл итә алмайбыҙ тигән фекергә килдек. Беҙгә көн һайын ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләрен хәл итеү менән шөғөлләнгән махсус дәүләт структураһы кәрәк, – тине төбәк етәксеһе. – Яңыраҡ әлегә шартлы – Ғаилә министрлығын булдырыуға яҡынайыуыбыҙ хаҡында әйткәйнем инде. Республика кимәлендә тейешле хоҡуҡи документтарҙы ҡабул итергә һәм ошондай структура ойоштороуға яҡынбыҙ.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, бындай структураның кәрәклеге бөгөн әсәлек, балалыҡ, ғаилә мөнәсәбәттәре мәсьәләләре һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтарына, башҡа ведомстволарға бүлеп биреү менән бәйле.
– Беҙгә ошоларҙың барыһын бергә йыйырға, белемле кешеләрҙе тупларға, әгәр улар етмәй икән, уҡытырға кәрәк. Артабан алдыбыҙҙа торған мәсьәләләрҙе хәл итә башлау зарур, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. – Ошондай министрлыҡ, дәүләт комитеты йәки агентлыҡ был өлкәлә икенсе төрлө, башҡа принциптарҙан сығып эшләргә мөмкин икәнлеген күрһәтәсәк. Финанс ресурстарын бүлеү, отчёттар яҙыу менән шөғөлләнергә түгел, ә ысындан да ғаилә мөнәсәбәттәре йәһәтенән иҡтисадтағы тәртипһеҙлекте бөтөрөргә. Беҙҙә ғаилә темаһы менән профессиональ шөғөлләнгән, һәр тораҡ пунктта, муниципалитетта йәки ҡала округында нимә барғанын белгән кешеләр буласаҡ
Рөстәм Хәмитов сығышының тулы стенограммаһы республика башлығының рәсми сайтында баҫылған.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика