10:50 (UTC+5), 01 Июнь 2017

Рәсәйҙең балалар омбудсмены Өфө балаларын байрам менән ҡотланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова Башҡортостандың баш ҡалаһында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты. Балалар омбудсмены Өфөнөң Киров районындағы майҙансыҡтарҙың береһендә ойошторолған байрамды ҡараны. Йола буйынса, ҡунаҡты балалар башҡорт һәм рус телдәрендә сәләмләне.
Анна Кузнецова байрамдың майҙансыҡтарын баһаланы. Республиканың ижади йәмәғәтселек вәкилдәре балалар омбудсменына милли уйын ҡоралдарын, ҡумыҙҙа уйнап күрһәтте һәм Анна Кузнецоваға бәләкәй ҡумыҙ бүләк итте.
«Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн Өфө ҡояш һәм ата-әсәләрҙең, һәләтле балаларҙың ихлас йылмайыуҙары, матур йырҙар, милли уйын ҡоралдарында уйнап ҡаршы ала. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет, бер-берегеҙ хаҡында хәстәрлек күреүегеҙҙе теләйем. Һәр саҡ бер-берегеҙҙе ишетә белегеҙ. Сөнки был бөгөн бик мөһим. Йылығыҙ өсөн рәхмәт, һәм уны һәр саҡ күңелегеҙҙә һаҡлағыҙ», — тип мөрәжәғәт итте балаларға Анна Кузнецова.
Анна Кузнецова бөгөн Өфөлә уҙған Ата-әсәләр форумына йомғаҡ яһаны. Ул тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән проблемалар буйынса һөйләшеүҙең мөһимлеген билдәләне.
«Был майҙансыҡ министрлыҡ һәм ведомстволарҙың, йәмәғәтселек вәкилдәрен берләштерҙе, шуға күрә бөгөн яңғыраған тәҡдимдәр бик әһәмиәтле тип уйлайым. Улар бик сифатлы һәм етди. Улар — мәғлүмәт технологиялары, уҡыусыларҙы тәрбиәләү, ғаилә ҡиммәттәре. Форум ыңғай һөҙөмтә бирер һәм Балалыҡ ун йыллыҡтары программаһын тултырырға булышлыҡ итер».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика