08:33 (UTC+5), 01 Июня 2017

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө: республикала малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк тыуа

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2016 йылда Башҡортостанда малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда 1718 кешегә күберәк тыуған (28673 - 26955). 100 ҡыҙға уртаса 105-107 малай тура килә. Башҡортостанстат белгестәренең Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан әҙерләгән статистика мәғлүмәттәре ошондай.
Бынан тыш, статистар ҡабаттан бала табыу осраҡтарының артыуын билдәләй. Уҙған йылда тыуғандарҙың 37,2% — беренсе бала. Икенсе сабыйҙарҙың өлөшө 42,9% ҡәҙәр артҡан (2010 йылда был һан 36,3% тәшкил иткән), өсөнсө һәм артабанғыларының — 19,9% тиклем (2010 йылда — 16%).
Сабыйҙарҙың күпселеге — 82,3% ғаиләләрҙә тыуа. Өҫтәүенә интенсив репродуктив осор бергә йәшәүҙең тәүге биш йылына тура килә: балаларҙың 25,3% — никахтың беренсе йылында, 40% 1-4 йыллыҡ стажлы ғаиләләрҙә донъяға килә.
17,5% теркәлмәгән никахтарҙа тыуған. Иртә йәштә (18 йәшкә тиклем — 59,7% һәм 18-19 йәштә — 37,9%) һәм өлкәнәйгәс (40 йәштә һәм унан һуң — 30,1%) бындай осраҡтар йыш күҙәтелә.
2016 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда 18 йәшкә тиклемге 894 мең кеше йәшәгән, уларҙың 456,8 меңе — малайҙар (51%) һәм 437,2 меңе — ҡыҙҙар (49%). Шуның менән бергә мәктәпкәсә йәштәгеләр (0-6 йәшлек) — 400,4 мең, уҡыусылар (7-17 йәшлек) — 493,6 мең.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика