10:35 (UTC+5), 01 Июня 2017

Башҡортостандың баш ҡалаһында Ата-әсәләр форумы асылды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, 1 июндә, Өфөлә Республика ата-әсәләр форумы асылды. Форумда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова, Ата-әсәләр лигаһы лидеры Нина Добрынченко-Матусевич, Ғаиләгә һәм ғаилә ҡиммәттәренә социаль ярҙам итеү милли ата-әсәләр ассоциацияһы башҡарма директоры Лариса Санатовская, республиканың бөтә муниципалитеттарынан ата-әсәләр берләшмәһе вәкилдәре ҡатнаша.
Форум Башҡортостан Башлығының башланғысы буйынса уҙғарыла. Уның бурысы – мәғариф сәйәсәтен камиллаштырыу буйынса фекер алышыуҙа һәм ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ата-әсәләрҙең ҡатнашлығын әүҙемләштереү. Форум сиктәрендә панель һүҙ көрәштереүҙәр уҙасаҡ. Унда балаларҙы интернетта яҡлау, ата-әсәләрҙең тәрбиә биреү өсөн яуаплылығы, балалар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә хоҡуҡи көйләү мәсьәләләрен тикшереү күҙаллана.
Сара сиктәрендә дүрт секция эшләйәсәк: «Сәләмәт быуын», «Балаларҙы хоҡуҡи яҡлау», «Ата-әсәләр тәжрибәһе. Хәҙерге заман ата-әсәләре нимә белергә тейеш?», «Интернетта балаларҙың медиахәүефһеҙлеге».
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика